Главная » 2017 » Октябрь » 2 » Конкурс "Илһам"
17:35
Конкурс "Илһам"

2-се октябрҙа «48-се башҡорт лицейында» 1-11-се класс уҡыусылары араһында  «Илһам» район  шиғыр һөйләүселәр  конкурсы үтте.  Уҡыусылар яратҡан шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен илһамланып, йөрәктәргә үтеп инерлек итеп һөйләне, үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте. Башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә Башҡортостан, тыуған ил, тәбиғәт, экология  темаларына арналған  шығырҙар менән сығыш яһанылар. Бәйгелә беҙҙең лицей уҡыусылары ла актив ҡатнашты һәм  призлы урындарҙы яуланы.  Уҡыусыларҙы һәм уларҙы конкурсҡа әҙерләгән уҡытыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ҡала ярыштарында уңыштар теләйбеҙ.

    

Просмотров: 28 | Добавил: ЗульфияЗиннуровна