Главная » 2015 » Декабрь » 19 » В Ишимбае прошел республиканский форум, посвященный Международному дню родного языка, письменности и культуры
12:35
В Ишимбае прошел республиканский форум, посвященный Международному дню родного языка, письменности и культуры

17 декабрҙә башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе, бөйөк шәхес,  ғалим Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 125 йыл айҡанлы  республика кимәлендә “XX Вәлиди уҡыуҙары” тип аталған фәнни – ғәмәли конфереция менән берлектә Халыҡ – ара туған телдәр көнөнә арналған Республика форумы уҙҙы. Форум Зәки Вәлиди исемендәге 2-се һанлы башҡорт гимназия – интернатында үтте. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән ҡунаҡтарҙы хужалар бик йылы ҡаршы алды.  Сараны Мәғариф министрлығының милли бүлек начальнигы Гөлсәсәк Ғиниәт ҡыҙы тантаналы рәүештә асып ебәрҙе. 2-се турға үткән уҡыусыларҙы ысын күңелдән ҡотланы һәм уларға артабанғы сығыштарында уңыштар теләне.  Форумда  ғалимдарҙан торған абруйлы жюриҙың ҡатнашыуы был сараның етдилеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Ә тарих фәндәре докторы, профессор Марат Мәхмүт улы Ҡолшәриповтың фәһемле һүҙҙәре һәр уҡыусының йөрәгенә үтеп инде.

Был сарала 48 – се башҡорт лицейының 10- сы класс уҡыусыһы  бик уңышлы сығыш яһап, бай тәьҫораттар менән ҡайтты. Киләсәктә уға күңел күтәренкелеге, уңыштар теләп ҡалабыҙ!

 

Просмотров: 279 | Добавил: Башкирскийлицей№48