Главная » Статьи » Мои статьи

Башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәрендә мифологик образдар. Ғилми етәксеһе

Фәнни эштең актуаллеге: халыҡ ижады – халыҡтың быуаттар буйы телдән-телгә күсә килгән һүҙ сәнғәте. Йырҙар итеп йырланған, ҡобайырҙар итеп әйтелгән, әкиәттәр итеп һөйләнгән. Шуларҙан күңел йыуанысы, зауыҡ тапҡан, доньяның матурлығын, йәмен күрһәтергә тырышҡан, күңелдәрҙә матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләгән.

Маҡсат: Әкиәттәрҙе киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә урынлы һәм маҡсатлы ҡулланыу.

Бурыстар:

-  Халыҡ ижадына ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу.

-  Әхлаҡлылыҡ, ғәҙеллек проблемаларының сағылышын күрһәтеү.

- Ике халыҡ әкиәттәрен сағыштырып ҡарау, мифик образдарҙың ысынбарлыҡтағы урыны, уларҙың халыҡ аңына тәьҫирен асыҡлау.

-  Халыҡ әкиәттәрендәге мифик образдарҙы ентекле өйрәнеү.

Әкиәт – халыҡ ижадының төп жанрҙарының береһе. Мин ошо әкиәттәрҙең мифик образдарын ҡарап үтәсәкмен. Һәр төрлө һүҙлектәрҙә "миф”-"иртәк”, "мифоз” тигән грек теленән алынған һүҙ. Башҡорт телендәге <ҡарыһүҙ> төшөнсәһе грек телендәге <миф> һүҙенә тап килә. эсенә ала. Башҡорт һәм рус халыҡ әкиәттәрендә мифик образдар бик күп. Уларҙы ике төркөмгә бүлеп була: изге һәм насар йәндәр. Мәҫәлән, Аҡбуҙат образы. Рус әҙәбиәтендә грек мифологияһынан килеп ингән Пегас. Һыу эйәһе - мәжүсилек ҡарашы буйынса, һыуға хужа булып, шул һыуҙы һаҡлап йәшәгән мифик образ. Ә рус әкиәттәрендә водяной була. Ул әкиәттәрҙә төрлөсә  һүрәтләнә. Һыу ҡыҙы, Алтынсәс- рус әҙәбиәтендә Русалочка. Ике халыҡ әкиәттәрендә  лә һылыу, бик сибәр, оҙон сәсле итеп һүрәтләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер генә кәмселектәре бар. Ул инде билдән түбән өлөштәре балыҡ ҡиәфәтендә. Уларҙы күргән ир – егеттәр шунда уҡ ғашиҡ булалар.  Аждаһа, дейеү  дракон бер нисә башлы ҙур йылан ҡиәфәтендәге мифик зат. Башҡорт һәм рус әкиәттәрендә лә һәр ваҡыт кире образ булып урын ала. Өс, ете, ун ике башлы, ҡот осҡос, ут сәсеүсе, ҙур ҡанатлы итеп һүрәтләнә. Убырлы  ҡарсыҡ - төрлөсә яуызлыҡ ҡыла торған ҡурҡыныс әбей ҡиәфәтендә яуыз мифик зат,мәскәй. Рус әкиәттәрендә Баба Яга. Ике халыҡ әкиәттәрендә лә насар, кире образдарға ярҙам итә. Шайтан - мосолман мифологияһында: төрлө рәүешкә инә алған мифик зат, ен.  Рус әкиәттәрендә – ЧертАлбаҫты ҡиәфәте буйынса, ялбыр һары сәсле ҡатын – ҡыҙ, ен – бәрей заты.Ә рус әҙәбиәтендә Кикимора. Тик йәшәү урыны – һаҙлыҡ.Сәмреғош – Жар – птица, үҙенсәлекле милли образ. Кешеләрҙе бәләнән ҡотҡарыусы, батырҙарҙың юлдашы.Ҡайһы берҙә ике башлы ҡош итеп һүрәтләнә. Ә рус әҙәбиәтендә шулай уҡ изге, бик күркәм, матур.

Шуныһы ҡыҙыҡ: кешелек донъяһы алға киткән һайын был мифик заттар беҙҙе оҙатып килә төҫлө. Был туған тәбиғәтебеҙҙең кешегә ҡарата яуабымы, әллә берәй нимә хаҡында киҫәтеүеме? Мәҫәлән, Ауырғазы районы Толбазы ҡасабаһыда табылған балыҡ, Владимир өлкәһендәге ике башлы бүре, Һыуһылыу, Ҡар кешеһе тураһындағы яңылыҡтарҙы ишетеп торабыҙ.

Шуныһы бик ҡыҙғаныс: элек халыҡ был мифик заттарҙан ҡурҡҡан,  балаларына ҡарата төрлө тәрбиәүи алымдар ҡулланған, батырҙар уларға ҡаршы яу сапҡан, ә бөгөнгө көндә… Беҙ үҙебеҙ ошо әкиәттәрҙәге мифологик образдарға әүрелеп барабыҙ төҫлө. Көндәлек телмәребеҙҙә лә: "шайтан алғыры”, "шайтан балалары”, "албаҫты”, "ен”, "ен ботағы” кеүек һүҙҙәрҙе  йышыраҡ ҡабатлайбыҙ кеүек.

Ә күңелһеҙ ваҡиғаларҙан һуң, мәҫәлән, кеше йәнен ҡыйыусы кешене- аждаһа, эскелек юлына баҫыусы ҡатын -ҡыҙҙарҙы  - албаҫты, еңел холоҡлоһон – юха тип атар инем мин. Һыу эйәһе, йорт эйәһе, ен, албаҫты эйәләшеү менән бәйле ышаныу- инаныуҙар  бөгөнгө көндә лә бар. Барыһы ла кире образдар, ә ыңғай образдарға әйләнеүселәр бармы? Хатта сит илдәрҙән "Хэллоуин” байрамы яйлап ҡына беҙҙең мәҙәниәтебеҙгә килеп инеп, тамыр йәйә башланы. Вампирҙар һәм төрлө ҡурҡыныс образдар тураһындағы кинофильмдар күрһәтеү популярлашты.

Киләсәктә был образдар тик әкиәт геройҙары ғына булып ҡалһын ине, ә  беҙ тәбиғәтебеҙгә ҡарата инсафлы, бер- беребеҙгә мәрхәмәтле, изгелекле булайыҡ!


Категория: Мои статьи | Добавил: Башкирскийлицей№48 (22.01.2013)
Просмотров: 1350 | Рейтинг: 5.0/1